Все новости

КҮП ЭШТӘР БАШҠАРЫЛДЫ

Ошо көндәрҙә Илкәнәй ауыл советына ҡараған Бәләкәй Муса ауылында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды. Сәскә урамын тигеҙләп, юлдарының буйынан-буйына ҡырсын түшәлде.

Ошо көндәрҙә Илкәнәй ауыл советына ҡараған Бәләкәй Муса ауылында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды. Сәскә урамын тигеҙләп, юлдарының буйынан-буйына ҡырсын түшәлде. Был эш «Лесагротранс» йәмғиәте етәксеһе Азамат Сөләймән улы Яҡшыбаев тарафынан эшләнде. Шулай уҡ ауыл халҡы күмәкләп зыяратты (ул турала «Юшатыр» гәзитендә материал булды), фельдшер пунктын, мәктәпте еврорәшәткәләр менән кәртәләп ҡуйҙы. Бының өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһынан бүленгән 130 мең һум аҡса, ҡалғаны силсәүит һәм ауыл халҡынан йыйылған аҡса тотонолдо. Ошо эште ойоштороп йөрөүсе Ирек Кәримовҡа ауыл халҡы, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте исеменән оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Зөлфиә АРАПТАНОВА
Илкәнәй ауылы


Читайте нас: