Все новости

ҠУЛЫҢДАН һөйөн

Хәҙер ауылдарҙағы буш йорттарҙың күплегенә бер кем дә аптырамай. Уларҙың хужалары йәшәмәгәс, йорт тирә-яғын ҡарамағас, бар нәмә иҫкерә, туҙа. Шулай уҡ һыу торбалары ла.

Хәҙер ауылдарҙағы буш йорттарҙың күплегенә бер кем дә аптырамай. Уларҙың хужалары йәшәмәгәс, йорт тирә-яғын ҡарамағас, бар нәмә иҫкерә, туҙа. Шулай уҡ һыу торбалары ла.

Беҙҙең Яҡуп ауылының Сиражетдинов урамында шундай бер кешеләр йәшәмәгән йортҡа тоташтырылған һыу торбаһы тишелде. Был хаҡта Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа хәбәр итеү менән, ул, оҙаҡҡа һуҙмай, мәсьәләне хәл итергә булды. Үҙе менән бергә Рафиҡ Диҡҡәт улы Сынбулатовты алып килде.

Рафиҡ туғандың эшкә ҡулы оҫта икәне бер ҡарауҙан күренеп тора. Ҡорал эшләр, ир маҡтаныр, тип халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән: ул сваркаһын да, болгаркаһын да алып килгән. Матур итеп эшләп ҡуйҙы силсәүит ҡушҡан эште. Беҙҙең дә күңелебеҙ булды. Ҡулыңдан һөйөн, уңғанлығың, ярҙамсыллығың өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Рафиҡ мырҙа.

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ,
староста
Яҡуп ауылы


Читайте нас: