Юшатыр
+1 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
14 Июня 2018, 11:12
БӘЛӘКӘЙ АУЫЛДА ҘУР ШАТЛЫҠ
Ошо көндәрҙә беҙҙең бәләкәй генә Ҡунаҡбай ауылы халҡы бигерәк ҙур шатлыҡ кисерҙе. Ермолаево ауыл советы хакимиәте ярҙамы менән ауылыбыҙҙың бер урамында тотошлай һыу торбалары алмаштырылды.
Ошо көндәрҙә беҙҙең бәләкәй генә
Ҡунаҡбай
ауылы халҡы бигерәк ҙур шатлыҡ кисерҙе. Ермолаево ауыл советы хакимиәте ярҙамы менән ауылыбыҙҙың бер урамында тотошлай һыу торбалары алмаштырылды. Тик яңы торбалар буйлап һыу ебәргәйнек кенә, ҡапыл насосыбыҙ ватылды ла ҡуйҙы. Күп тә үтмәне Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы урынбаҫары
Марина Букреева
яңы насос килтертә һалып ҡуйҙыртты. Һәр саҡ ауыл халҡы өсөн янып-көйөп йөрөгән, һәр ваҡыт проблема булған ергә һә тигәнсе килә һалып етеп, эш барышын үҙе күҙәтеп барған Марина Владимировнаға шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Бар ауыл халҡы исеменән уға оло рәхмәт әйтке килә. Башҡа урамдарҙа әлегә һыу торбалары һәйбәт хәлдә. «Әгәр ул урамдарҙа ла торбаларҙы алыштырырға кәрәк булһа, аҡсаһын да табырбыҙ, алыштырырбыҙ», - ти Марина Букреева. Шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәткән экскаваторсы
Максим Юняевҡа
ла ауыл халҡы ҙур рәхмәт белдерә.
Рәүеф ВӘЛИТОВ,
Ҡунаҡбай ауылы старостаһы
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы