Быйыл да Шәбағышта Ҡорбан байрамын бик матур итеп ойошторҙолар.
Кешеләр килмәҫ борон имам-хатип Рәшит Хәлилов менән бергәләп мәсетте ҡарап сыҡтыҡ. Ул Күмертау ҡалаһы мәсетенән бер ере менән дә кәм түгел, тиер инем. Ауылдың иң матур ерендә урынлашҡан. Мәсеттең эсе яҡты, иҙәненә коверҙар йәйелгән, матур итеп доғалар яҙып ҡуйылған.
- Хәҙер бит бөтә эш документта. Ошо мәсетте теркәтеү генә лә әллә күпме мәшәҡәтҡә төшә. Ярар әле Шәбағыш ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова ныҡ ярҙам итте. Инде лә мәсетебеҙ документлаштырылды. Иман йортона кешеләр ҙә килә, йөрөй башланы, - ти Рәшит Насретдин улы.
Был байрамға Холодный Ключтан, Ҡансыранан кеше күп йыйылды. Район үҙәгенән Хакимиәт башлығы урынбаҫары Айрат Венер улы Зөбәйеров та байрамда булды. Рәшит хәҙрәт доғалар уҡып, аяттар әйтте. Хантимур мулла ла килеп етте. Улар икәүләшеп бер тауыштан аҙан уҡыны. Айрат Венер улы ла үҙ сығышында алдағы көндәрҙә динебеҙҙең үҫешеүен теләне.
Аҙаҡ байрамға килеүселәр ҡорбан ашы табынына ултырышты. Өҫтәлдәр тулы ризыҡ. Эшҡыуарҙарҙан Анастасия Синабаригова менән Виктор Чукин икешәр һарыҡ биргән. «Былтырғы байрамда 8 кеше ҡорбан салһа, быйыл 17 кеше салды», ти Р. Хәлилов.
Ҡорбан ашынан һуң байрамға килеүселәргә, ғаиләләрендәгеләр ҙә ауыҙ итһен өсөн, күстәнәс бирелде. Шуныһы ныҡ оҡшаны: был сара ихлас күңелдән үткәрелде, бер ниндәй ҙә яһалмалылыҡ тойманым. Артабан да шулай булһын.