Әл дә телефон бар, тиҙ-тиҙ генә егеттәргә шылтыратып, йыйылышып, янғын сыҡҡан ергә тиҙ арала барып та еттек. Әнүр Зәйнуллин, Ринат Әкбәров, Рәфис Вәлидов, Рәис Әбсәләмов, Айбулат Абдуллин, Иван Бухарин, Илшат Бикмөхәмәтов, Ғәзим Абдуллин, Владимир Кислицын, Мирас Мәҡсүтов, ҡулдарына кеме көрәк, кеме һепертке тотоп, янғынға ҡаршы көрәш башланы. Ләкин янғын тиҙ генә бирешергә уйламаны. Шул арала юлда булған крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Айрат Абдулла улы Әлмөхәмәтов та, осоп тигәндәй ҡайтып етеп, К-700 тракторына һабан тағып, механизаторы Азат Солтангәрәевты янғын һүндерергә ебәрҙе. КФХ етәксеһе Сергей Поляев та үҙенең «Беларус»ына систерна таҡтырып, механизаторҙар Руслан Әхмәтов менән Радмир Килмәтовты утты ауыҙлыҡлашырға ҡушты.