Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
12 Октября 2018, 10:50

ҮҘЕ БЕР ЙӘН АҘЫҒЫ

Холодный Ключ ауылында байрамдар ғайәт матур үтә. Быйыл да саралар күп булды: “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Ҡорбан байрамы һәм башҡалар. Яңыраҡ үткәне – ололар көнө.

Холодный Ключ ауылында байрамдар ғайәт матур үтә. Быйыл да саралар күп булды: “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Ҡорбан байрамы һәм башҡалар. Яңыраҡ үткәне – ололар көнө.


Был сараны Холмогор ауылы халҡы менән бергә үткәрҙек. Ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова менән бергә килгән хеҙмәткәрҙәре Рузалия Аҡъярова, Ризидә Ишмөхәмәтова һәр кемде яҡты йөҙ менән йылы ҡаршы алды. Беҙҙең кеүек ололарға бындай мөнәсәбәт - үҙе бер йән аҙығы. Клубҡа кеше бик күп йыйылды.

Әлфиә Мансур ҡыҙы үҙ сығышында беҙгә оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, ил тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Өҫтәлдә һый-хөрмәт тә мул ине, хатта энә төртөрлөк урын юҡ.

Шәбағыштағы Пушкин музейын етәкләгән Рафиҡ Әминевты, Пушкиндың дуҫы, тиһәк тә була. Ул матур шиғырҙар уҡып ишеттерҙе, йыр ҙа йырланы. Шулай уҡ Фәйрүзә Зиновьева, Миңлегөл Илбулова, Минсара Рыҫҡолова, Айҙар Акулов, Ризидә Ишмөхәмәтова, Рузалия Әхиәрова матур итеп йырланылар. Ошондай күркәм сараны ойошторғандары өсөн Шәбағыш ауыл советына һәм ҡатнашҡандарҙың барыһына ла оло рәхмәттәрен әйтеп, күңелдәре булып таралышты оло йәштәгеләр.
Читайте нас: