Унда беҙ уҡытыусыларға ҡарата элекке, совет осорондағы мөнәсәбәтте күреп, шатланып ҡайттыҡ. Оло йәштәге уҡытыусыларҙың йөрәктәрен иретеп, 10 йылға йәшәртеп ҡайтарҙылар. Хатта, фотоға төшөрөп, шунда уҡ эшләп тә бирҙеләр. Күмәкләшеп осрашып, рәхәтләнеп әңгәмәләшеп алдыҡ. Шундай йылы мөнәсәбәт күрһәткәндәре, яҡты күңелдәре өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, уның урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитоваға, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға оло рәхмәт белдерәбеҙ. Ирина Ринат ҡыҙы оло уҡытыусыларҙан фатиха алды. Үҙемә 82 йәш булһа ла, машина отҡандай, ҡыуанып ҡайттым. Яҙмышыма рәхмәтлемен, юлымда гел яҡшы кешеләр, яҡшы уҡытыусылар, яҡшы уҡыусылар осрап торҙо. Ололарға ҡарата шундай йылы мөнәсәбәт һаҡлана икән, тимәк, районыбыҙ һәм республикабыҙ артабан да сәскә атасаҡ.