Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
19 Октября 2018, 11:38

ҺЫУЛЫ БУЛДЫМ

Мин хәҙер оло йәштәге кешемен инде, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлайым.

Мин хәҙер оло йәштәге кешемен инде, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлайым. Урамдағы колонканан һыу ташыуы бик тә ауырға тура килә. Шуға күрә быйыл өйөмә һыу үткәрттерергә булдым. Был эшкә ирҙәр ҡулы кәрәк бит инде. Шул хаҡта Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығына өндәштем. Ильяс Искәндәр улы Юлдыбаев һүҙемде йыҡманы, шунда уҡ риза булды, эшләрбеҙ, тине. Ул Күмертауҙың «Стройсервис» тигән ойошмаһынан экскаватор алып килде. Барлыҡ эштәрҙе оҫта ҡуллы иретеп йәбештерүсе ауылдашым Тәбрис Солтангәрәев урыны-еренә еткереп башҡарҙы.

Инде лә хәҙер ҡыуанып бөтә алмайым: һыуҙы өйҙәге крандан ғына бороп алам, күнәк күтәреп урамдағы колонкаға йөрөмәйем. Бындай изгелектәре өсөн Ильяс, Тәбрис мырҙаларға «Юшатыр» гәзите аша оло рәхмәттәремде еткерәм. Ауыл хакимиәте башлығы, уның хеҙмәткәрҙәре яңыраҡ 80 йәшем менән ҡотлап, бүләк тапшырғайнылар, уның өсөн дә рәхмәт. Барығыҙҙың да эшегеҙҙә уңыштар, бәхет теләйем.
Читайте нас: