Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
23 Ноября 2018, 12:41

ҺЫУҺЫҘ ҠАЛДЫРМАНЫЛАР

19 ноябрь көндө, төштән һуң, Ҡансыра ауылының Йәштәр урамында һыуҙың баҫымы кәмене. Был эсәр һыуһыҙ ҡалыу менән янай ине.

19 ноябрь көндө, төштән һуң, Ҡансыра ауылының Йәштәр урамында һыуҙың баҫымы кәмене. Был эсәр һыуһыҙ ҡалыу менән янай ине.


Беҙ, был урамда йәшәүселәр, Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәковаға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Ул үтенесебеҙҙе шунда уҡ ҡабул итте һәм, һауа торошоноң насар булыуына ҡарамаҫтан, икенсе көнөнә үк төшкә тиклем һыуҙың насосы алмаштырылды. Был эште шулай тиҙ арала башҡарып сығыуҙа ауылдаштарыбыҙ Фәнил Кәримов, Леонид Федоров, Радик Ҡыҙрасов уңғанлыҡ, өлгөрлөк, оперативлыҡ күрһәтте. Әлфиә Мансур ҡыҙына һәм ошо ир-егеттәребеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Барлыҡ ауылдаштар исеменән
Читайте нас: