Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
4 Декабря 2018, 12:58

ТАҒЫ КӨТӨП ҠАЛАБЫҘ!

Яңы Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда Әсә көнө байрамына арналған матур тамаша уҙҙы.

Яңы Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда Әсә көнө байрамына арналған матур тамаша уҙҙы. Үҙебеҙҙең Таймаҫ һәм шулай уҡ күршеләребеҙ — Зәк-Ишмәт ауылы артистары әҙерләгән концерт программаһы барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатты. Йәмле тамаша, яҡшы кәйеф, ҡыҙыҡлы номерҙар һәм күңелдәргә дәрт бүләк иткәндәре өсөн ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт әйтәбеҙ. Тағы ла шундай күркәм байрам концерттары көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: