Юшатыр
+1 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
4 Ғинуар 2019, 11:12
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ БУЛДЫМ
Миңә “Орленок” бөтә Рәсәй балалар лагерында ял итеү бәхете тейҙе. Унда уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә лә алдынғы булған егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына бара ала. Шулар араһында районыбыҙ исеменән нәҡ миңә барыу бәхете тейгәс ныҡ шатландым.
Миңә “Орленок” бөтә Рәсәй балалар лагерында ял итеү бәхете тейҙе. Унда уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә лә алдынғы булған егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына бара ала. Шулар араһында районыбыҙ исеменән нәҡ миңә барыу бәхете тейгәс ныҡ шатландым.
“Орленок”та әкиәт иле кеүек. Көн тәртибе лә оҡшаны. Буш ваҡыттар бөтөнләй булманы, лагерҙа ял итеүсе балаларҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә мәҙәни, спорт ярыштарына бәйле ине. Мин үҙемдең милли костюмымды ла алып барҙым, унда башҡорт бейеүен бейеп тә күрһәттем. Беҙҙең милли кейемебеҙ барыһына ла оҡшаны. Үҙемә бик күп дуҫтар таптым. Тәьҫораттарым иҫ китмәле! Ҡайтҡан ваҡытта дуҫтарыбыҙ менән хатта илашып хушлаштыҡ.
Миңә ышаныс белдереп, ҡанатландырып “Орленок” лагерына ебәргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимоваға, гимназиям хакимиәтенә, уҡытыусыларыма һәм әлбиттә яратҡан Зөһрә өләсәйемә ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Киләсәктә лә ышаныстарын аҡлармын, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫмен һәм тырышып ҡына уҡырмын.
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять