Таймаҫ ауылында балалар өсөн ҡар тауы ла яһағандар. Тауҙы яһап ҡына ҡалмаған улар, ә матур сара ойоштороп тантаналы итеп асып та ҡуйғандар.
Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе фермер Илья Белик ойошторған тауҙы яһарға ауылдаштары Илшат Бикмөхәмәтов, Руслан Әхмәтов, Шәфҡәт Шаипов, Зариф Әлмөхәмәтов, Ринат Әкбәров, Фәнил Мөлөков, Евгений Дорофеев һәм Иван Бухарин ярҙам иткән. Тау янына биҙәлгән шыршы ла ҡуйғандар. Сараны Альбина Килмәтова матур итеп алып барған. Ҡыш бабай ролен үҙе Илья Белик башҡарһа, Татьяна Исҡужина Ҡарһылыу булған. Халыҡ байрам йырҙарын йырлап, бейеүҙәр бейегән. Бигерәк тә Ҡарһылыуҙың төрлө ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә уйындары барыһына ла оҡшаған. Был ҡар тауынан балалар ғына түгел, ә хатта ололар ҙа шыуып рәхәтләнә икән.
Сара барышында Илья Белик өҫтәл ҡуйып, самауыр ҡайнатып барыһын да тәмле һәм эҫе сәй менән дә һыйлаған.
- Ошондай күркәм байрам ойошторғаны, кескәйҙәргә ҡар тауы бүләк иткәне өсөн Илья Михайловичҡа һәм төрлө уйындар уйнатыусы Татьяна Исҡужинаға, сараны ойоштороусы, алып барыусы Альбина Килмәтоваға һәм тау яһаусы ир -егеттәргә ҙур рәхмәт. – тиҙәр таймаҫтар.