Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
22 Января 2019, 11:27

ИЗГЕ ЙӘНДӘР

Беҙҙең Баян ауылы (хәҙер Горный Ключ тиҙәр) халҡы фельдшерыбыҙҙан ныҡ уңды. Шул тиклем яҡшы, беҙҙе аңлаған Венера Сәфиуллинабыҙҙы бик яратабыҙ. Һәр нәмәгә лә өлгөр Венерабыҙ Бахмутҡа ла йөрөп эшләй, унда ла фельдшер ул. Башҡа ергә китәм, тиһә лә, беҙ уны ебәргебеҙ килмәй, шул тиклем өйрәндек үҙенә. Төндәме, көндөҙмө ауырып китеп саҡыртһаҡ та килеп етә Венерабыҙ, тормош иптәше лә яҡшы, аңлай, килгән кешеләргә бер ҙә асыуланмай.

Бахмут ауылында медсестра булып Эльвира Әлимбаева эшләй. Ул да үҙ эшен яратып башҡара. Улар Венера менән икәүләп оҙаҡ йылдар инде матур итеп эшләйҙәр. Икеһе лә тырыш ғаилә. Ауылға йәш кенә көйө килгәйнеләр, үҙ эштәренә сумып эшләп йөрөйҙәр. Ә хәҙерге йәштәр ауылға эшкә ҡайтмай. Быларға ул ваҡытта бер ниндәй аҡса ла, фатир ҙа бирмәнеләр, ярҙам да булманы. Үҙ тырышлыҡтары менән матур итеп донъя көтөп, халыҡҡа ярҙам итеп йәшәйҙәр. Венерабыҙға һәм Эльвираға ҙур рәхмәт. Уларға именлек теләйем, халыҡҡа күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә мең игелек булып ҡайтһын.

Ошо ике фәрештәгә арнап шиғыр ҙа яҙҙым:

Ошо ҡатындарҙы оҡшатам мин

Ҡаялағы бөркөт ҡошона.

Исемдәрен алтын хәреф менән яҙыр инем,

Баһа биреп улар эшенә.
Читайте нас: