Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
22 Января 2019, 11:26

ТИМУРЫБЫҘҘАН ҠӘНӘҒӘТБЕҘ

Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре! Мин йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен “Юшатыр”гәзите аша еткергем килә.

Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре! Мин йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен “Юшатыр”гәзите аша еткергем килә.

Ҡарағай ауылында ике ай буйы һыуһыҙ ултырҙыҡ. Аҙаҡ Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисовҡа шылтыратырға булдым. Тимур Насибулла улы шунда уҡ насос һатып алып, электрик саҡырып, кран табып, үҙе кешеләр алып килеп эшләтеп ҡуйҙыртты. Шул тиклем ҡыуандыҡ, хатта аптыраныҡ та, сөнки, быға тиклем эшләгән ауыл советы хакимиәттәренән ундай ярҙам бер ҙә күргән юҡ ине.

Шулай уҡ юл мәсьәләһен дә яҙып киткем килә. Ҡыш етһә, беҙҙең ауылға кереү һәр ваҡыт үҙе бер оло проблема булды. Хәҙер ҡар яуыу менән ауыл советына шылтыратып та өлгөрмәйбеҙ, ә шунда уҡ юл таҙартылған була. Бына бит эшләгән кеше эшләй инде. Ҡарағайҙа 35 йыл йәшәйем, әммә Тимур Насибулла улы кеүек ауылыбыҙҙы ҡараған, ярҙам иткән, ғөмүмән, уның кеүек эшләгән хужа осраманы.

Тимур Иҙрисовҡа ҙур рәхмәт. Һәр ваҡыт эштәре уң булһын, халыҡҡа күрһәткән ярҙамдары үҙенә изгелек булып юлланһын. Беҙ Тимур Насибулла улының эше менән ныҡ ҡәнәғәтбеҙ.
Читайте нас: