Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
12 Февраля 2019, 12:35

БАРЫҒЫҘ ҘА МАҠТАУҒА ЛАЙЫҠ

2018 йылдың 22 декабрендә ҡазаланып, Күмертау дауаханаһының травматология бүлегендә 15 көн дауаланып сыҡтым.

2018 йылдың 22 декабрендә ҡазаланып, Күмертау дауаханаһының травматология бүлегендә 15 көн дауаланып сыҡтым. Табип Андрей Михайлович Татаринов миңә дөрөҫ диагноз ҡуйғаны, травматология бүлеге мөдире А.С. Шварц, дауалаусы табип А.С. Лебедьков бар һөнәри оҫталыҡтарын һалып мине дауалағандары өсөн, шулай уҡ бында эшләгән барлыҡ шәфҡәт туташтарына, техник персоналға яратып уҡыған «Юшатыр» гәзитебеҙ аша оло рәхмәттәремде еткерәм. Тормош иптәшем Рәүзилә Мөхәрәм ҡыҙы ла аяҡтары һыҙлап ошо уҡ бүлектә дауаланып сыҡты. Бының өсөн табип Виталий Геннадьевич Семеновҡа шулай уҡ рәхмәт белдерәм.

Күмертау дауаханаһынан сыҡҡас, тағы ла 12 көн Свобода участка дауаханаһында һаулығымды нығыттым. Бында эшләүсе Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Вәлиева, өлкән шәфҡәт туташы Миләүшә Миңләхмәт ҡыҙы Ҡобағошова, оҙаҡ йылдар эшләүсе педиатр Гүзәлиә Сәхәүетдинова, шәфҡәт туташтары Сәүиә Вәлиева, Луиза Солтангәрәева, Фәйрүзә Ҡобағошова, Асия Йосопова, санитарка-ашнаҡсылар Мәҙинә Ҡолмөхәмәтова, Лариса Бушуева, лаборантка Людмила Резаева, техник персонал минең тиҙерәк ныҡлап аяҡҡа баҫыуым өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләнеләр.

Исемдәре үрҙә телгә алынған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең бөтәһенә лә оло яуаплы эштәрендә уңыштар, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, йылы һүҙҙәрегеҙ, шифалы ҡулдарығыҙ йәшәүгә өмөт уятһын, тип теләйем. Ауырыуҙарға ҡарата яҡшылығығыҙ өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Кешеләргә ҡарата изгелегегеҙ үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын.

Оло рәхмәт менән барлыҡ дауаланыусылар исеменән
Читайте нас: