Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
19 Февраля 2019, 12:30

Рәхмәт белдереү

Ҡәҙерле тормош иптәшем, улым, кейәүебеҙ Илгиз Радик улы Мөрсәлимов, беҙҙе, балаларын, туғандарын ҡара ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы, баҡыйлыҡҡа күсте.

Ҡәҙерле тормош иптәшем, улым, кейәүебеҙ Илгиз Радик улы Мөрсәлимов, беҙҙе, балаларын, туғандарын ҡара ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы, баҡыйлыҡҡа күсте. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙа, беҙгә матди, әхлаҡи ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан, ауыр саҡта эргәбеҙҙә терәк булған туғандарым Мөхтәр, Әхтәм, Маратҡа, килендәрем Рәсимә, Миңзифа, Нурзиләгә, Фәүриә һылыуыма, Салауат кейәүемә, уларҙың балаларына, Тәнзилә һылыуыма, ҡыҙы Алисаға, Венера ҡыҙыма, кейәүем, ҡоҙағыйҙарым Зифа менән Әхмәҙиә, Таңһылыу, Рима, Альмираға, уларҙың балаларына, бигерәк тә Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға, дуҫтары Гөлсинә, Рәсүлгә, Рәмил менән Элинаның уҡытыусыларына, уҡыусыларҙың ата-әсәләренә, Земфираның барлыҡ класташтарына, ауыр саҡта яныбыҙҙа булған ауылдаштарға, аш-һыу әҙерләшкән килендәребеҙгә, һылыуҙарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ҡәбер ҡаҙышҡан Ҡотлоюл, Яҡшымбәт, Үрге Бабалар ауылдары ир-егеттәренә, Әсҡәт ҡәйнешемә, Азамат кейәүгә, яҡын туғандарыма, ауылдаштарым Нажия апайға, Миңлегөлгә, Мәҙинәгә, Земфираға, барлыҡ дуҫтарыма оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр саҡтарҙа һәр саҡ шулай бер-беребеҙгә кәрәк һәм терәк булайыҡ. Һеҙҙең барығыҙға ла донъя именлеге, ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.

Тормош иптәше Земфира, атаһы Фәнил, ҡайныһы Әхтәм, ҡәйнәһе Рәүзилә һәм барлыҡ туғандары.
Читайте нас: