Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
22 Февраля 2019, 15:48

Ҡайғы юҡ буранда

Беҙҙең Кинйәбай ауылы халҡы, буран булһа ла, урамдарҙа рәхәтләнеп йөрөй. Юныс Абдуллин исемле егетебеҙ, һауа торошо ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, урамдарҙы һәр ваҡыт таҡыр итеп таҙартып ҡуя. Уға ҡушҡандармы, юҡмы ҡарап тормай, бар ерҙе лә урынына еткереп һыпыра ғына.

Беҙ рәхәтләнеп йоҡлайбыҙ, ә ул беҙ тороуға ҡар таҙалай. Элек бурандарҙа ауылдың ҡайһы бер тирәләренән үтә алмаһаҡ, хәҙер кем әйтмешләй, ҡайғы юҡ буранда. Төнөн йоҡлай белмәгән егет, тибеҙ беҙ Юныс хаҡында. Йәй булһа ла, эшһеҙ тормай егәрле егетебеҙ, бар халыҡ йоҡлағанда ул шаҡ та шоҡ утын яра. Шундай уңған ул беҙҙең Юнысыбыҙ. Ул үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Беҙ уның эшенән ифрат ҡәнәғәтбеҙ.

Абдуллиндар — ауылдағы йәш ғаилә. Матур итеп өй һалып яталар, иҫән-һау ғына булһындар. Беҙҙе ҡыуандырып, таҙа юлдарҙа йөрөткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Юныс.
Читайте нас: