Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
22 Февраля 2019, 14:36

Юлдарыбыҙ тап-таҡыр

Ҡыш миҙгеленең башты иң ауырттырған бәләһе — ҡар.

Ҡыш миҙгеленең башты иң ауырттырған бәләһе — ҡар. Һуңғы ваҡытта көн дә тиерлек буран ҡотора, юлдарға ҡар һала ла китә. Абдул халҡы был яҡтан бәхетле, тиер инем, сөнки беҙҙең ауылдың урамдарын Рәсил Искәндәров тракторы менән һәр ваҡыт матур итеп таҙалап ҡуя. Ул булғанға беҙҙең ауыл кешеләренә бер ниндәй буран да ҡурҡыныс түгел. Иртә таңдан, балалар мәктәпкә сығыуға тиклем, урамдар ҡарҙан, еренә еткерелеп, тап-таҡыр итеп ҡырып ҡуйылған була. Абдул ауылы халҡы исеменән уға оло рәхмәт әйткем килә. Яҡупта йәшәүсе Рәсил Искәндәров ғаиләһендә лә ике ҡыҙына өлгөлө атай, кәләшенә ышаныслы терәк булып тора. Тормош иптәше Альбина менән гөрләтеп донъя көтәләр, яңы йорт күтәрәләр. Шундай уңған, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, егәрле яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Халыҡҡа һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған ошондай ир-егеттәребеҙ, өлгөлө ғаиләләр булғанда ауылдарыбыҙ бөтмәҫ, артабан да гөрләр, тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ.
Читайте нас: