Все новости

Бәләнән ҡотҡарҙылар

Ҡыш ҡыш инде, үҙенекен итә. Ошо арала беҙгә еңел машина менән Ырымбурға дауаханаға барырға тура килде. Көн насар булһа ла, уңышлы ғына йөрөп ҡайтып киләбеҙ. Ҡараңғы төштө. Төшкә табан башланған буран көсәйгәндән көсәйә барҙы.

Ҡыш ҡыш инде, үҙенекен итә. Ошо арала беҙгә еңел машина менән Ырымбурға дауаханаға барырға тура килде. Көн насар булһа ла, уңышлы ғына йөрөп ҡайтып киләбеҙ. Ҡараңғы төштө. Төшкә табан башланған буран көсәйгәндән көсәйә барҙы. Санйынды үтеп аҙ ғына - барған инек ҡарға керҙек тә сумдыҡ. Бөтөн тирә-яҡ ап-аҡ. Бик ныҡ төшкәнбеҙ: бер яҡҡа ла сығарырлыҡ та, ҡаҙырлыҡ та түгел. Ауылдаштарға хәбәр итергә кәрәҙле телефонда бәйләнеш тә юҡ, баҡтиһәң, ул урында тотмай икән. Көс-хәл менән Үлмәҫбаевтарға 2-3 һүҙ менән еткерә алдыҡ. Инвалид коляскаһы менән йөрөгән иптәшем Сәғитйән ниҙәр кисергәндер, әммә миңә бик ҡурҡыныс булды. Венера менән Минехән хәлде тиҙ үк төшөнгәндәр һәм ауыл бригадиры Рәмил Яйҡаровҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Рәхмәт яуһын инде: Рәмил трактор ебәргән, ә тракторсы Фирҙәт Туйгилдин беҙҙе бәләнән ҡотҡарҙы. Үҙ башына төшмәгән кеше генә хәлебеҙҙе аңламаҫ ине. Бик ҡурҡыныс икән ул үлемдең күҙенә ҡарауҙары!!! Ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: