Халыҡ өсөн тип тырышып-тырмашып йөрөгән силсәүиттәргә рәхмәт. Бигерәк тә үҙебеҙҙең Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Хәнбәковаға. Ауыл советына трактор ҙа алынды. Буранлы, ҡарлы көндәр булһа ла, урамдарыбыҙҙы таба кеүек ялтыратып таҙартып ҡуялар. Әлбиттә, бөтә кешегә лә ярауы ауыр, түҙемһеҙ кешеләр бар ерҙә лә була. Холодный Ключта ғына буран булалыр, тип уйлағандар ҙа барҙыр, ә ауыл советында ауылдар күп бит. Бик талантлы булып сыҡты Әлфиә Мансур ҡыҙы. Ул тракторсыны ла таба белгән. Яңы тракторҙы теләһә кемгә биреп булмай, был - бик ҙур яуаплы эш. Шәбағыш ауылы егете Илдар Әхтәмов тракторҙа йөрөй. Ул үҙ эшен оҫта башҡара. Урамдарҙы ла ятлап бөткән, ҡайҙа шәп йөрөргә, ҡайҙа әкренләп йөрөргә икәнлеген. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙ эшенең оҫтаһы. Ауыл халҡы бик ярата үҙен һәм көтөп кенә тора.