Все новости

Изгелегеңде онотмабыҙ

Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Яҡуп ауылы ҡыҙы Алина Фларид ҡыҙы Дәминеваны маҡтап яҙып үткем килә.

Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Яҡуп ауылы ҡыҙы Алина Фларид ҡыҙы Дәминеваны маҡтап яҙып үткем килә. Алина үҙенең сибәрлеге менән генә түгел, ә шулай уҡ эшсәнлеге, тырышлығы менән дә шаҡ ҡатыра. Һәр ваҡыт үҙенең ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора, бер ҡасан да кире ҡаҡмай.

2 мартта Яҡуп ауылында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсы үтте. Бында ла Алинабыҙ буш ҡул менән ҡайтмаған: ауылыбыҙ ир-егеттәренә бүләктәр алып ҡайтҡан. Музыкаль аппаратурабыҙ юҡлығын белеп тора ул, шуға күрә, хатта, үҙенең музыкаль аппаратураһын тейәп алып ҡайтҡан. Яҡуп ауылы халҡы исеменән Алинабыҙға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ, әлегеләй алсаҡ, ярҙамсыл булып ҡалыуын теләйбеҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул!
Читайте нас: