Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
1 Октября 2019, 13:46

Изгелектәре үҙҙәренә ҡайтһын

Ололар көнөн Киров ауыл хужалығы бер ҙә онотмай. Был хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялаға сыҡҡан инәй-бабайҙарҙы улар йыл да изге теләктәрен әйтеп ҡотлап тора. Быйыл да оло йәштәгеләрҙе һәм декабрь айында үтәсәк инвалидтар көнө уңайынан хужалыҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең мөмкинлектәре сикләнгән балаларын ҡотлап улар һәр беребеҙгә күстәнәстәр таратты. Кировҡа ҡараған һигеҙ бригаданың Яманғол, Юшатыр, Аҡһары, Аллабирҙе, Яҡут, Ҡалта, Иҫке Мораптал һәм Яңы Мораптал ауылдарында йәшәүсе 400-ҙән артыҡ кешегә матур итеп әҙерләнгән күстәнәстәр таратылды.

Йыл да беҙҙе хөрмәтләп, иғтибарҙарынан өҙмәгәндәре өсөн Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдинға һәм күстәнәстәрҙе таратыусы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Быйыл да, ауыр һауа торошо шарттарына бәйле уңыштың аҙыраҡ булыуына ҡарамаҫтан матур йоланы дауам итеп беҙҙе онотмағандары өсөн, Хоҙай Тәғәлә үҙҙәрен ололаһын. Күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә игелек булып ҡайтһын һәм хужалығыбыҙ киләсәктә тағы ла уңышлыраҡ булһын һәм сәскә атһын.

Ҙур рәхмәт һүҙҙәре менән Киров хужалығында эшләп киткән барлыҡ оло йәштәгеләр.
Читайте нас: