Донъяны биҙәп яҡшы кешеләр күп булыуы шатландыра. Мин дә Республика политехник лицей-интернатында география һәм тәбиғәт дәрестәре уҡытыусыһы, юғары категориялы класс етәксебеҙ Айгөл Фәтих ҡыҙы Биктимирова тураһында яҙғым килә.
Үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусынан ғына уҡыусылары тормош ҡиммәттәренә һәм киләсәк тормошта, йәмғиәттә дөрөҫ, уңышлы юл һайлау ҡағиҙәләренә өйрәнә ала. Шулай, беҙҙең Айгөл Фәтих ҡыҙы балаларыбыҙға белем биреп кенә ҡалмай, ә тормош һынауҙарына бирешмәй, уңыштарға ирешеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
2015 йылда РПЛИ-ның 5-се класына ҡаланың һәм райондарҙың төрлө мәктәптәрендә белем алған 23 малай килде. Төрлө тарафтан килгән, төрлө холоҡло малайҙарҙы бергә туплап, бер-береһен ихтирам итергә өйрәтте, дәрестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты ул. Яратҡан уҡытыусыбыҙ уҡыусылары өсөн бер ваҡытта ла үҙенең ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Кластан тыш дәрестәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылыу малайҙарҙы класташтар ғына түгел, ә ысын дуҫтар ҙа итте. Беҙҙең балаларыбыҙҙы Айгөл Фәтих ҡыҙы кеүек уҡытыусы үҙ ҡанаты аҫтына алыуына бик шатбыҙ.
Балаларыбыҙға биргән белемдәрегеҙ өсөн 9-сы класстың ата-әсәләре исеменән РПЛИ-ның барлыҡ уҡытыусыларына ла ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Был уҡыу йортонда эшләгән уҡытыусылар коллективы ысын талант эйәләре, улар һәр саҡ яңы үрҙәргә ынтылыуҙарына һоҡланабыҙ.