Беҙҙең һөйөкле әсәйебеҙ Миңлегөл Ғәзиз ҡыҙы Алексеева Ҡотлоюл ауылында донъя көтә. Быйыл уның күркәм юбилейы 70йәше булды. Әсәйебеҙҙе ҙурлап, ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов, Рәхмәт хаты һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Әсәйебеҙҙе ҙурлағандары өсөн Юнир Сынбулатовҡа, үҙебеҙҙең ауыл клуб мөдире Зарима Боҫҡановаға “Юшатыр” гәзите аша рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Уларҙың еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар, шатлыҡҡа ғына төрөнөп оҙон-оҙаҡ эшләүҙәрен теләйбеҙ.