Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
17 Декабря 2019, 11:45

Барыбыҙ өсөн дә яҡшы

Бәләкәй Муса ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында косметик ремонт эштәре башҡарылды.

Бәләкәй Муса ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында косметик ремонт эштәре башҡарылды. Ремонт эштәре бөткәс ҡыҙҙар менән матурлап йыйыштырып та ҡуйҙыҡ.
Ремонт эштәрен башҡарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Гөлсинә Иҫәнбаеваға, Фариха Бикбулатоваға, Миңзәлә Нуриеваға, Гүзәл Муродоваға “Юшатыр” гәзите аша ҙур рәхмәттәремде еткергем килә. Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, ҡыҙҙар. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын.
Үҙебеҙ дауаланырға йөрөгән ФАП-ыбыҙ матур булһа, барыбыҙ өсөн дә яҡшы. Артабан да бер-беребеҙгә ярҙам итеп бергә йәшәргә яҙһын.
Ғәлиә ВАХИТОВА,
Илкәнәй ауылы фельдшеры
Читайте нас: