Районыбыҙҙа ауыл хужалығы тармағында ураҡ эштәре, йәғни ялан-баҫыуҙарҙа эштәр тамамланды, мал ҡышлатыу осоро бара. Ауыл кешеһенә бер аҙ үҙ-үҙен ҡарарға ваҡыт бар. “Искра” хужалығында үҙ эшселәренең һаулығын, төрлө сирҙәргә юлығыусыларҙың дауаланыуын хәстәрләү, кәрәк осраҡта матди ярҙам күрһәтеү һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды һәм буласаҡ та. Хужалыҡ етәксеһе Р. Ғ. Мостафин хәстәрлеге менән колхоздың бер төркөм эшселәре Мәләүез ҡалаһындағы “Родник” профилакторийында һаулыҡтарын нығытып ҡайттылар.
Рәйес РАХМАНҒОЛОВ, баш инженер:
- Ике аҙна “Родник” ял йортонда дауаланып, ял итеп ҡайттыҡ. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, ныҡлы тикшереү үткәрҙеләр, тейешенсә дауаланыу алдыҡ.
Нәғим АҠҺАРОВ, Ҡотлоюл ауылы:
- 38 йыл ауыл хужалығында эшләйем. Ял итеү, дауаланыу килеште, ҙур дәрт-көс менән йөрөп ҡайттыҡ. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улына яратҡан гәзитем “Юшатыр” аша ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә.