Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
27 Декабря 2019, 16:55

Эштәр гөрләне

2019 йылда силсәүит ярҙамы менән беҙҙең Яңы Ҡалта ауылында бик күп эштәр башҡарылды.

2019 йылда силсәүит ярҙамы менән беҙҙең Яңы Ҡалта ауылында бик күп эштәр башҡарылды. «Юшатыр» гәзите аша Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Исат улы Кинжалеевҡа рәхмәтемде еткерәм. Йәй айҙарында ауылыбыҙ халҡы һыуһыҙ интегә торғайны. Ауыл халҡын күп йылдар борсоған ошо һыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде.
Һыу торбаһын аҙаҡҡы нөктәнән һыу башняһы менән пластик торбалар һалып тоташтырҙылар — хәҙер ауылға һыу ике яҡтан килә, һәр йортта крандан һыу шәп напор менән аға. Ауыл клубына ла заманса йылытҡыс батареялар ҡуйылды. Электр селтәре хеҙмәткәрҙәре урамдағы бағаналарға фонарҙар ҡуйҙылар. Хәҙер яҡты, таҙа урамдар буйлап рәхәтләнеп йөрөйбөҙ. Ауыл урамын Яҡут ауылынан Азат Аҙнабаев тракторы менән шишмәбеҙгә тиклем тап-таҡыр итеп, еренә еткереп таҙартып китте. Уға ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәт әйткем килә.
28 декабрҙә клубта Яңы йыл байрамы була. Әле ауылыбыҙҙың уңған килендәренең береһе Гөлнара Сәйфуллина етәкселегендә унда әҙерлек гөрләй. Мөмкинлектән файҙаланып, ауылдаштарымды яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым, уларға ҡоростай сәләмәтлек, уңыштар теләйем.
Әхмәт БАЙГИЛДИН
Яңы Ҡалта ауылы
Читайте нас: