Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
10 Января 2020, 11:40

Үҙ эшенең оҫтаһы

Күмертау ҡалаһында булған саҡта минең бер тешем ныҡ ҡына һыҙлап алып китте

Хөрмәтле редакция, һаумыһығыҙ!
Мин һеҙҙең гәзит аша Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, Пушкина урамындағы 11-се һанлы йорттағы стоматология кабинетында эшләүсе Әнисә Фәттәхованы Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, уға күңелем түрендәге рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә.
Ноябрь айында эш буйынса Күмертау ҡалаһында булған саҡта минең бер тешем ныҡ ҡына һыҙлап алып китте. Миңә Әнисә Фәттәховаға мөрәжәғәт итергә тәҡдим иттеләр. Мин шулай эшләнем дә. Ул үҙ эшен шул тиклем сифатлы итеп эшләне, мин шул көндән алып ул тешемдең барлығын да оноттом, хатта. Әнисә һәр пациент менән дә шулай матур мөғәмәлә итә, эшен еренә еткереп башҡара. Пациенттарҙың һәр береһе уға үҙҙәренең рәхмәттәрен яуҙыра-яуҙыра хушлаша. Һуңлап булһа ла мин үҙ эшенең оҫтаһы булған Әнисәне Яңы 2020 йыл байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм ныҡлы сәләмәтлек, гел генә шулай изгелекле, уңған булып ҡалыуын теләйем.
Оло рәхмәт менән
Хәмит КАДЫШЕВ
Өфө ҡалаһы
Читайте нас: