Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
10 Января 2020, 11:50

Шаҡ ҡатырҙы

Кинйәабыҙҙа Яңы 2020 йылды бик күңелле ҡаршы алдыҡ.

Кинйәабыҙҙа Яңы 2020 йылды бик күңелле ҡаршы алдыҡ. Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов ярҙамында ауылыбыҙ клубында ғына түгел, ә музей ҡаршыһына ла урамға шыршы ҡуйылды. Яңы йыл кисәһендә халыҡ күпләп йыйылды. Күрше ауылдарҙан да ҡунаҡтар килгәйне. Сараны клуб мөдире Розалия Хәлилова асты, аҙаҡ Фәнис Мансур улы барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Байрам йыр-моңло ҙур концерт менән дауам итте. Төрлө костюмдар кейгән ауылдаштарыбыҙ сараны тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ байрамға йәм өҫтәп Фәйрүзә Рахманғолованың ғаиләһе үҙҙәренең таланттарын күрһәтте. Андрей Андреев менән Нияз Кутузов та бик ҡыҙыҡлы сығыштары менән халыҡты шаҡ ҡатырҙы.
Яңы йыл кисәһе лоторея билеттарын уйнатыу, дискотека менән тамамланды. Был сараны Розалия Хәлилова, Гүзәлиә Биктимерова, Гөлфиә Рахманғолова үткәрһә, ә төрлө костюмдар кейенеүҙе Флүзә Рахманғолова ойошторҙо.
Ауылдаштарым исеменән ауыл советы хакимиәте башлығыбыҙ Фәнис Мансур улына һәм бик матур сара ойоштороусыларҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ
Кинйәабыҙ ауылы
Читайте нас: