Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
14 Января 2020, 12:20

Аҡ халатлы фәрештәм!

Минең әйтер һүҙҙәрем, яҙаһы рәхмәттәрем Күмертау үҙәк дауаханаһында 41 йыл буйы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы Нәғим Ғәлим улы Миһрановҡа булыр.

Минең әйтер һүҙҙәрем, яҙаһы рәхмәттәрем Күмертау үҙәк дауаханаһында 41 йыл буйы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы Нәғим Ғәлим улы Миһрановҡа булыр.
1978 йылда Салауат районынан йүнәлтмә буйынса килгән егет ең һыҙғанып эш башлап ебәрә. Уның изге ҡулдарынан ниндәй генә ауырыуҙар үтмәгән дә, ниндәй генә операциялар яһалмаған. Үҙенең эшенә тоғро, ауырыуҙарға йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән Нәғим Ғәлим улына оло рәхмәттәремде ниндәй генә һүҙҙәр менән әйтһәм дә, аҙ һымаҡ. Шулай уҡ, операция ваҡытында һәм операциянан һуң да эргәмдә йүгереп йөрөгән шәфҡәт туташтарының барыһына ла, анестезиолог Рәмил ағай Ғилемшинға оло рәхмәт белдергем килә.
Нәғим Ғәлим улы миңә күп операция эшләне. Уның оло йөрәкле, изге күңелле кеше булыуына һоҡланам. Рәхмәт, Һеҙгә, аҡ халатлы изге фәрештәм!
Луиза СӘҒИТОВА,
Ялсыҡай ауылы
Читайте нас: