Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
17 Января 2020, 15:20

Артабан да тойорға яҙһын

Йыл башынан ҡар мул яуҙы. Әлбиттә, ҡар яуыуы яҡшы, тимәк, киләһе уңыш өсөн ерҙә дым күп буласаҡ. Әммә йорт-ҡураны ҡарҙан таҙартып тороу мең бәләгә әйләнә.

Йыл башынан ҡар мул яуҙы. Әлбиттә, ҡар яуыуы яҡшы, тимәк, киләһе уңыш өсөн ерҙә дым күп буласаҡ. Әммә йорт-ҡураны ҡарҙан таҙартып тороу мең бәләгә әйләнә. Ошо эштәрҙе башҡарыу өсөн Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәтенән ярҙам һораныҡ. Беҙгә ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатов ауыл советына алынған тракторҙы ебәрҙе. Тракторсы Миңнулла Вәлитов Рауил Исҡужиндың, Миңнулла Вәлитовтың, Альмира Рыҫҡолованың, Миңзәлә Харисованың һәм минең Ҡорбанғәли Сөләймәновтың йорттарын матур итеп ҡарҙан таҙартып китте. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды. Былтыр ҙа ошолай ярҙам күрһәткәйнеләр. Ярҙам күрһәткәндәре өсөн Юнир Ирек улына һәм тракторсы Миңнулла Вәлитовҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Артабан да ярҙамдарын тойоп йәшәргә яҙһын.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: