Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
17 Января 2020, 14:55

Сауаплыраҡ булыр

Үткән йыл аҙағында ауылыбыҙ халҡы менән, хәйергә төшкән аҡсаларҙы йыйып, зыяратыбыҙға һуҡтырғыс сүкеш, электр генераторы, уның өсөн кәрәкле майын, бензинын алыуыбыҙ хаҡында гәзиткә яҙғайныҡ.

Үткән йыл аҙағында ауылыбыҙ халҡы менән, хәйергә төшкән аҡсаларҙы йыйып, зыяратыбыҙға һуҡтырғыс сүкеш, электр генераторы, уның өсөн кәрәкле майын, бензинын алыуыбыҙ хаҡында гәзиткә яҙғайныҡ. Кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ҡыш көндәре туң ерҙе ҡаҙыу өсөн кәрәкле был ҡорамалдарҙы алыуҙа өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Хәҙер инде тағы ла аҡса йыйып, ауылыбыҙ мәсете кәртәләрен алмаштырырға, тип һөйләштек. Был яңылыҡты ишетеп, ҡайһы бер кешеләр аҡса тапшыра башланылар ҙа инде. Тәүгеләрҙән булып ауылдашыбыҙ Фәүзиә Солтангәрәева 500 һум һәм Таймаҫ ауылында тыуып әлеге көндә Мәләүез районында йәшәүсе Илшат Ҡобағошев 2 мең һум бирҙе. Иман йортобоҙҙо кәртәләү өсөн ҙур сумма кәрәк, шуға, бәлки, ауылдаштарыбыҙ ғына түгел, ә ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ҡулдарынан килгән ҡәҙәре ярҙам итер тигән ышаныс менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Ниәт иткән изге эштәребеҙҙе бергәләп башҡарһаҡ, маҡсатыбыҙға ирешеү еңелерәк тә, сауаплыраҡ та булыр.
Салауат СОЛТАНГӘРӘЕВ,
Таймаҫ ауылының ветерандар Советы рәйесе
Читайте нас: