Ауылыбыҙҙағы пенсия йәшендәге кешеләрҙе фельдшерыбыҙ Кәфиә Дмитриенко автобус менән Күмертауға һәм Ермолаевоға диспансеризация үтергә алып барып ҡайтты.
Аҡ халатлы фәрештәбеҙ Түкән һәм Кинйә ауылдарында оҙаҡ йылдар үҙ эшенең оҫтаһы булып эшләй. Һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Был юлы ла беҙҙең өсөн йүгереп йөрөнө. Таяҡ менән саҡ йөрөгән оло йәштәгеләрҙең һәр береһен кабинеттан-кабинетҡа етәкләп кенә оҙатып ҡуйҙы. Беҙҙең өсөн йәнен бирергә әҙер булған изге кешебеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Кәфиә Малик ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙе хөрмәтләп ярҙам иткәне өсөн Хоҙай үҙен рәхмәтләһен. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаиләһенә имнлек теләйбеҙ.