Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
28 Января 2020, 11:45

Таҡыр ҙа, яҡты ла

Беҙҙең Яҙлау ауылында ҡыш көндәрендә һәр ваҡыт юлдар таҡыр.

Беҙҙең Яҙлау ауылында ҡыш көндәрендә һәр ваҡыт юлдар таҡыр. Рауил Бикмаев менән Миңнулла Вәлитов көн, төн тимәй һәр ваҡыт юлдарҙы таҙартып торалар. Уларға әйтеп тораһы ла түгел, үҙҙәре белеп башҡаралар. Бер ваҡыт та ла юлһыҙ ултырғаныбыҙ юҡ. Юлдарыбыҙҙы һәр ваҡыт тәртиптә тотҡан Рауил менән Миңнуллаға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Шулай уҡ Яңы йыл алдынан ғына Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов урамдарҙағы лампочкаларҙы яңыға алмаштыртып ҡуйҙы. Хәҙер беҙҙең юлдар ғына таҡыр түгел, ә урамдарыбыҙ ҙа яҡты. Бының өсөн Юнир Ирек улына рәхмәтлебеҙ.
Тағы бер ҡыуаныслы хәбәребеҙ бар. Үткән аҙнала 80 йәшен тултырған Минихан Ибәтуллинды ла ауыл советынан килеп ҡотлап киттеләр. Ауыл хакимиәтебеҙ башлығы Юнир Ирек улы һәм хеҙмәткәрҙәре Әнисә Вәлитова, Эльвира Абдуллина Минихан бабайға изге теләктәр теләп, иҫтәлеккә бүләк тә бирҙеләр. Оло кешеләрҙе хөрмәтләгәнегеҙ һәм беҙҙең ауылыбыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙҙә именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ.
Яҙлау ауылы халҡы
исеменән староста
Миңзилә РАХМАНҒОЛОВА
Читайте нас: