Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
28 Января 2020, 11:40

Йырлап йөрөйбөҙ

Ауылда ҡалаға ҡарағанда ла йәшәүе еңелерәк хәҙер тигәнде ишеткән бар. Ерле юҡҡа ғына байҙар ҡаланан ситтә йорт һалмайҙыр - хөрриәт, иркен, аулаҡ, тыныс.

Ауылда ҡалаға ҡарағанда ла йәшәүе еңелерәк хәҙер тигәнде ишеткән бар. Ерле юҡҡа ғына байҙар ҡаланан ситтә йорт һалмайҙыр - хөрриәт, иркен, аулаҡ, тыныс. Ауылдың юлдары ла ҡаланыҡынан ҡалышмай (ышанмаһағыҙ, Күмертау кешеләренән һорағыҙ, тегендә боролам тиһәң дә батаһың, бында әйләнәм тиһәң дә батаһың, етмәһә, урамдар кер йыуыу таҡтаһы һымаҡ ҡытыршы - бөтөн ходовойҙы бөтөрә), арттырып та ебәрәлер әле. Ауыл урамдарының хәлдәрен зәктәрҙән һорарға була, улар урамдарынан елдертеп йөрөй, сөнки юлдары тап-таҡыр. Ҡалаларың ары торһон, йәшәһен беҙҙең ауыл, тип йыр яҙырға ла уйлайҙар, ти, Йәүҙәт Усмановҡа заказ биргәндәр ҙә шикелле.
Нурзилә МОЗАФАРОВА:
- Аллаға шөкөр, тип йәшәйбеҙ. Беҙҙең Яҡуп ауылының урамдары ла ялтырап ята, әллә төн йоҡламай был Рәсил мырҙа Искәндәров,мин тороуға юл тап-таҡыр. Йырлап йөрөйбөҙ эшкә, оло рәхмәттәрҙе еткерәһе килә уға.
Читайте нас: