Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
31 Января 2020, 16:10

«Көн-төн, ял тип тормай»

«Юшатыр» гәзите аша район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа оло рәхмәтемде белдергем килә.

«Юшатыр» гәзите аша район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа оло рәхмәтемде белдергем килә. Күптәнән инде 1-се төркөм инвалидлыҡ юллай алмай йөрөй инем, уның ярҙамы менән бына моратыма ирештем. Район башлығы махсус машина ебәреп, Күмертауға дауаханаға килергә лә ярҙам итте. Уның ярҙамы менән дауаханала ла ятып сығырға ла тура килде миңә. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт Һеҙгә, Юлай Талха улы.
Шулай уҡ оло рәхмәтемде «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Рәүеф Намаҙғоловҡа әйтер инем. Ҡасан ғына шылтыратһаң да ул, көн-төн, ял тип тормай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер генә тора. Ысын күңелдән бик ныҡ рәхмәтлемен Рәүеф Шәймарҙан улына!
Шәүәли ВАХИТОВ,
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ялсыҡай ауылы
Читайте нас: