Юшатыр
-18 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
4 Февраля 2020, 18:55

Күҙ йәштәре сыҡты

Үткән ял рәхәтләнеп ял иттек. Беҙгә Илкәнәй ауылы әртистәре Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Нисек түҙә был йөрәк?” спектакле менән килделәр.

Үткән ял рәхәтләнеп ял иттек. Беҙгә Илкәнәй ауылы әртистәре Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Нисек түҙә был йөрәк?” спектакле менән килделәр. Рина Әхтәмова етәкселегендә килгән һәр әртис үҙҙәренең ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар. Тамаша ҡәйнә менән килен мөнәсәбәте тураһында ине. Бик килештереп башҡарылған был күренештән хатта күҙ йәштәре лә сыҡты. Клубтан күңелдәребеҙ булып, матур тамаша ҡарап, ял итеп ҡайттыҡ.
Һауа торошо буранлы булыуына ҡарамаҫтан беҙгә килеп күңелдәребеҙҙе күтәргәндәре өсөн илкәнәй әртистәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Фәүриә ЙОСОПОВА, Үрге Бабалар ауылы
Читайте нас в