Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
7 Февраля 2020, 11:47

Яҡтылыҡ бөркөлә

Беҙгә, Зәк-Ишмәт артистарына, даими рәүештә районыбыҙҙың төрлө ауылдарында үҙебеҙҙең концерт номерҙары, спектаклдәр менән сығыш яһарға тура килә. Бөгөн мин беҙҙе һәр саҡ ихлас ҡаршы алыусы тамашасыларыбыҙға рәхмәт әйтеп үтмәксемен.

Беҙгә, Зәк-Ишмәт артистарына, даими рәүештә районыбыҙҙың төрлө ауылдарында үҙебеҙҙең концерт номерҙары, спектаклдәр менән сығыш яһарға тура килә. Бөгөн мин беҙҙе һәр саҡ ихлас ҡаршы алыусы тамашасыларыбыҙға рәхмәт әйтеп үтмәксемен. Яңыраҡ Таймаҫ һәм Абдул ауылдарында сығыш яһаныҡ. Бындағы тамашасыларыбыҙ ҙа беҙгә бик ныҡ оҡшаны. Уларҙың тын алырға ла онотоп, бар иғтибарҙарын йүнәлтеп беҙҙең сығыштарҙы ҡарауы бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхәтлек бирә. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, зал тулы тамашасы бер ҙә генә алҡыштарын йәлләмәй. Залда бер артыҡ тауыш юҡ, хатта, балалар ҙа шауламай, барыһы ла күҙгә генә ҡарап ултыра. Уларҙан яҡтылыҡ бөркөлөп тора. Шулай уҡ, ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙгә йәмле сәй табыны әҙерләп көтөп торалар. Сәй эскән арала яҡташтарыбыҙ менән рәхәтләнеп аралашып алабыҙ, уртаҡ булған проблемаларҙы ла уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Бындай саралар беҙҙе яҡынайта, дуҫлаштыра. Элек шулай райондың барлыҡ артистары хорға йыйыла торғайны. Шул саҡтар иҫкә килеп төштө. Ул ваҡытта ла шулай бергә йыйылып, рәхәтләнеп аралашып ала торғайныҡ. Беҙҙе ихлас ҡаршы алған тамашасыларыбыҙға, мәҙәниәт йорто хеҙәмәткәрҙәренә тағы бер тапҡыр ҙур рәхмәт!
Рәмилә ӘКБӘРОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: