Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
18 Февраля 2020, 11:51

Сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғырта

Әлеге көндә беҙ, «Искра» хужалығының 18 хеҙмәткәре, Мәләүездең «Шишмә» санаторий-профилакторийында ял итеп ятабыҙ.

Әлеге көндә беҙ, «Искра» хужалығының 18 хеҙмәткәре, Мәләүездең «Шишмә» санаторий-профилакторийында ял итеп ятабыҙ. Беҙгә ошондай шәп ял ойошторғаны, сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртҡаны өсөн яратҡан гәзитебеҙ «Юшатыр» аша хужалығыбыҙ рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға барыбыҙ исеменән дә оло рәхмәт белдергем килә. Уны беҙ етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ғаилә бәхете, эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең документтар эшен хәстәрләүсе кадрҙар бүлеге белгесе Гөлфиә Карам ҡыҙы Бердинаға ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Бында шул хәтлем яҡшы ҡарайҙар. Рәхәтләнеп ял итеп, яңы көс, дәрт алып ҡайтып, артабан да тырышып эшләрбеҙ, тибеҙ барыбыҙ ҙа.
Фәүриә ЙОСОПОВА
Үрге Бабалар ауылы
Читайте нас: