Бындағы тырыш шәфҡәт туташтары: Ләйсән Хәмит ҡыҙы, Мәҙинә Йософ ҡыҙы, Зоя Анатольевна, Алла Константиновна, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан талапсан, процедуралар бүлмәһендә эшләүсе Биктимерова Гүзәл Сабирйән ҡыҙы ла үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Ҡабул итеү бүлмәһендә Ибраһимова Римма кейемдәребеҙҙе урынлаштырып, документтар тултырып бүлмәгә оҙата. Врач-хирург Петрунин Анатолий Анатольевич, онколог Климов Сергей Николаевич төнгө дежурҙы ялһыҙ үткәреп, ауырыуҙарҙы ҡабул иттеләр. Пелюгаева Люда, Кибитина Оля, невролог Рәшитова Әлиә Рәхимьян ҡыҙы терапия бүлеге ауырыуҙарының хәлен белешеп, дөрөҫ диагноз ҡуйып, килеп тикшереп торҙо, - ти Рәүзилә Мәзитова.