Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың оло йәштәге 13 ғаиләһенә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып килеп ҡалдырҙылар. Был изге эште Салауат ҡалаһындағы "Ән-нәби" йәмиғ мәсете муллаһы Илшат Заһиҙуллин алып килгән. Уның олатаһы беҙҙең ауылда йәшәй торғайны. Был йыйылмала нимә генә юҡ, бик бай күстәнәс йыйылған. Беҙҙе ҡыуандырып, изге эш башҡарғаны өсөн Илшат Миңлеғәли улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Рамаҙан айында изге ғәмәл башҡарған өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙен ололаһын, сауаптары үҙенә меңләтә ҡайтһын.