Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
23 Сентября 2020, 11:50

Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе лә шатландырһын

Ошо көндәрҙә беҙҙең ғаиләбеҙ оло ҡыуаныс кисерҙе. Ейәнсәрем Аделина Үтәгәнова “Байыҡ” телевизион конкурсының 2-се турында еңеп, финалға үтте. Ошо еңеүгә өлгәшеүҙә ярҙам күрһәткәндәргә, бәйге ваҡытында беҙҙең менән бергә көйгәндәргә, ҡыуанғандарға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерге килә.

Ошо көндәрҙә беҙҙең ғаиләбеҙ оло ҡыуаныс кисерҙе. Ейәнсәрем Аделина Үтәгәнова “Байыҡ” телевизион конкурсының 2-се турында еңеп, финалға үтте. Ошо еңеүгә өлгәшеүҙә ярҙам күрһәткәндәргә, бәйге ваҡытында беҙҙең менән бергә көйгәндәргә, ҡыуанғандарға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерге килә.
“Байыҡ”та ҡатнашыу өсөн 1-се турға бейеү һалыусы Марат Саттаровҡа, 2-се турға бейеү ҡуйыусы Рәйес Низаметдиновҡа һәм шулай уҡ тәүге уңыштарыбыҙҙағы бейеүҙәр авторы Азамат Кәримов менән Зөлфиә Ҡудашеваға рәхмәттәребеҙ ҙур. Ошо данлыҡлы хореографтарыбыҙҙың бейеүҙәре менән сығыш яһап, уңыштарға өлгәштек.
Мәләүез ҡалаһындағы тегеү ателье хужаһы Нина Синюковаға ла хис-тойғоларыбыҙҙың иң ҙуры. Сөнки ул беҙгә сәхнә костюмы текте. Уны алыуҙа районыбыҙҙың Мәрхәмәтлек фонды кураторы Лилиә Михайлова матди ярҙам күрһәтте. Уға ла бар йөрәктән рәхмәтлебеҙ. Юлға транспорт менән ярҙам итеүсе районыбыҙ хакимиәтенә, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевҡа рәхмәтебеҙҙең иң-иң ҙуры. Таймаҫ гимназияһы коллективына, мәсьәләнең ни тиклем мөһим икәнлеген аңлап, күп тапҡырҙар беҙҙе репетицияларға йөрөткән ауылдашыбыҙ Марс Әлмөхәмәтовҡа, һәр саҡ ҡеүәтләп торған Мөнир менән Рәйлә Мәһәҙиевтарға ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Ошо уңыштарға ирешеүҙә районыбыҙҙың “Аҡбуҙат” өлгөлө балалар фольклор ансамбленең роле ҙур. Уның етәксеһе Йәмилә Рамаҙановаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ейәнсәребеҙ был ансамблгә биш йәштән йөрөй башланы, төрлө кимәлдәге концерттарҙа, бәйгеләрҙә сығыштар яһаны. Шуға ла ата-әсәләргә балаларын төрлө түңәрәктәргә йөрөтөүҙәрен теләйем. Кескәй саҡтан уларға дөрөҫ юл күрһәтергә тырышығыҙ. Балаларҙың уңыштары һеҙҙең ҡулда.
Ә беҙгә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла тағы ла йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәттәремде юллайым. Беҙҙе ҡыуандырған өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе лә шатлыҡтарҙан өҙмәһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм именлек теләйем.

Аделинаның өләсәһе
Зөһрә ӘБЙӘЛИЛОВА
Таймаҫ ауылы
Читайте нас: