Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
29 Сентября 2020, 17:55

Хоҙай үҙегеҙҙе ҙурлаһын

Яҡшымбәт мәсете тирә-яғын кәртәләп ҡуйырға булғас, беҙгә “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Зиннур Исхаҡов ҙур ярҙам күрһәтте.

Яҡшымбәт мәсете тирә-яғын кәртәләп ҡуйырға булғас, беҙгә “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Зиннур Исхаҡов ҙур ярҙам күрһәтте. Изге урынды яңынан кәртәләү өсөн тимер торбалар бирҙе. Биргән торбалары уратып ҡуйырға тулыһынса етте. Мәрхәмәтле булған Зиннур Закир улына йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Районыбыҙға уның ярҙамы ҙур, изге йөрәге һәр саҡ ярҙам һуҙырға әҙер. Зиннур Закир улының изгелектәре үҙенә меңләтә игелектәр булып ҡайтһын. Шулай уҡ һәр саҡ ярҙам итеп, бар эште ҡеүәтләп тороусы Яҡшымбәт ауылы советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовҡа ла рәхмәтем сикһеҙ. Ауылыбыҙ халҡы ла һәр саҡ бер һүҙһеҙ ярҙам итте. Һеҙҙең барығыҙға ла ярҙамығыҙ һәм оло терәк булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Күрһәткән изгелегегеҙ өсөн Хоҙай үҙегеҙҙе ҙурлаһын. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйем.
Нурулла БУРАНҒОЛОВ
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: