Беҙҙең Яңы Муса ауылының ғорурлыҡтары, ике Фәриҙәбеҙ: Фәриҙә Ғөбәйҙуллина һәм Фәриҙә Ноғаева, күп йылдар инде шәфҡәт туташтары булып Күмертау ҡалаһының үҙәк терапия дауаханаһында эшләйҙәр. Төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙҙар, тырышлыҡтары, сыҙамлыҡтары, изгелектәре, үҙ эштәренең оҫталары булыуы менән айырылып торалар. Эштәренең бөтөн нескәлектәрен белеп эшләй ҡыҙҙар, система ҡуйыу, укол һалыу, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, бөтә процедураларҙы еренә еткереп башҡарыу ҡыҙҙарҙың вазифаһы. Ошо ауыр “ковид” осоронда, үҙҙәренең иҫәнлектәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кеше ғүмере өсөн тырыша уңғандарыбыҙ. Беҙ маска кейеүҙе лә ауыр тип күргәндә, улар махсус кейем эсендә тирләп-бешеп йүгерәләр ҙә йүгерәләр. Ауырыуҙарҙың ниндәй генә холоҡлоһо юҡ түгел бит, барыһына ла сыҙарға һәм түҙергә талап иткән профессия эйәһе Фәриҙәләр.