Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
28 Ноября 2020, 18:00

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте ноябрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән хеҙмәт, Афғанстан һәм Чечен республикаларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандарын ихлас ҡотлай!

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте ноябрҙә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән хеҙмәт, Афғанстан һәм Чечен республикаларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандарын ихлас ҡотлай! Хөрмәтле хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандары! Йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҠАТНАШЫУСЫ ВЕТЕРАН:
ИҪӘНСУРИНА Әҡлимә Бәҙретдин ҡыҙы, тыл эшсәне, Яңы Таймаҫ ауылы.
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ХЕҘМӘТКӘР ИСЕМЕНӘ ЭЙӘ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
АБДУЛЛИНА Рауза Абдул ҡыҙы, РФ-ның халыҡ мәғарифы отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Өлкән уҡытыусы» званиеһы, Яңы Мораптал;
ХӘМИТОВА Гөлнур Карамат ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Яңы Таймаҫ ауылы;
ОБОРИН Михаил Иванович, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, Бахмут ауылы;
МАРКИН Михаил Николаевич, БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Бальза ауылы;
РАХМАЕВ Миңлеәхмәт Ғайфулла улы, 3-сө дәрәжәләге хеҙмәт даны ордены, Шабағыш ауылы;
СӨЛӘЙМӘНОВА Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ямаш ауылы;
ФӘЙЗУЛЛИНА Раҡия Абдрахман ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған врачы, Ермолаево ауылы;
ХӘЛИТОВА Люциә Рәжәп ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе ауылы;
ЙӘНБИРҘИНА Альмира Тәлғәт ҡыҙы, БР-ҙың фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн отличие билдәһе менән бүләкләнгән, Молокан ауылы.
БАССР-ҘЫҢ ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ, РСФСР-ҘЫҢ ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАЛАРЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
АЛЕКСЕЕВ Иван Герасимович, Павловка ауылы;
БИКМАЕВА Фәниә Фәттәхетдин ҡыҙы, «Почет билдәһе» ордены, РСФСР Мәғариф министрлығының һәм РСФСР халыҡ мәғарифы һәм фәне хеҙмәткәрҙәре профсоюздары Үҙәк Комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, Яҡшымбәт ауылы;
ИВАНОВ Николай Алексеевич, Бөгөлсән ауылы;
ТҮЛӘГӘНОВА Зилә Һиҙиәт ҡыҙы, Яманһары ауылы;
ЧЕРНОБЫЛЬ АЭС-ЫНДАҒЫ ҺӘЛӘКӘТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕН БӨТӨРӨҮҘӘ ҠАТНАШЫУСЫЛАР, АФҒАНСТАН ҺӘМ ЧЕЧЕН РЕСПУБЛИКАЛАРЫНДАҒЫ ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫП, ОРДЕНДАР МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ВЕТЕРАНДАР:
ВӘЛИТОВ Рауил Рәфҡәт улы, «Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградаланған, Ермолаево ауылы;
ВЕРХОВЫХ Александр Петрович, «Рәхмәтле афған халҡынан», «СССР-ҙың ҡораллы көстәренә 70 йыл» миҙалдары менән наградаланған, Сандин ауылы;
ҒӘҘЕЛШИН Илдус Ирек улы, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Холодный Ключ ауылы;
МӨХӘМӘТЙӘНОВ Фәнүр Флер улы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, «Гвардия» знагы, «Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
УРАЗАЕВ Әхмәҙей Миниғәле улы, «Айырыуса хәүеф подразделенияларына 60 йыл» знагы менән бүләкләнгән, Иҫке Отрада ауылы.
Читайте нас: