...Шулай уҡ йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәремде ауылыбыҙ фельдшеры Ғәлиә Вәхитоваға ла юллағым килә. Заман сире таралған ауыр саҡта ла Ғәлиәбеҙ һәр саҡ ярҙамға килә. Көнме ул, төнмө бер ҙә иҫәпләшеп тормай, һәр беребеҙҙе дауаларға ашыға. Аҡыллы кәңәштәре, шифалы ҡулдары менән аҡ халатлы фәрештәбеҙ беҙҙе һәр саҡ аяҡҡа баҫтыра. Мәрхәмәтле йөрәге, киң күңеле өсөн Ғәлиәбеҙгә мең рәхмәтлебеҙ. Хоҙай Тәғәлә үҙен ғаилә бәхетенән, һаулыҡтан, именлектән айырмаһын. Күрһәткән изгелектәре үҙенә меңләтә игелек булып ҡайтһын.