Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
31 Января 2021, 17:10

Беҙҙең аҡһаҡалдарыбыҙ

Таймаҫтың хөрмәтле кешеһе, аҡһаҡалы Салауат Солтангәрәевтың ауыл өсөн тырышлығын һанап бөткөһөҙ.

Үҙе бәйләгән һеперткеләрҙе ул уҡыусылар һәм уҡытыусылар буранда аяҡтарын һепереп йөрөһөндәр өсөн бирҙе. Салауат Муса улына иғтибарлығы һәм ярҙамы өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә, белем усағыбыҙға тағы ла бүләк тапшырҙылар. Өфөлә йәшәүсе ауылдашыбыҙ Әмир Солтангәрәев “Ал да нур сәс халҡыңа” исемле китаптарын бүләк итте. Унда Булат Солтангәрәев иҫтәлегенә ойошторолған конкурста ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр тураһында яҙылған. Шулар араһында беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың булыуы ла ҡыуандыра. Әмир Миһран улы беҙгә йыл да үҙенең китаптарын бүләк итеп тора. Беҙҙе онотмай, һәр ваҡыт бәйләнештә булғаны өсөн уға рәхмәтлебеҙ.

Раил АРАПТАНОВ,
Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы
Тулы материал гәзиттә баҫылып сыҡты.
Читайте нас: