Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
31 Января 2021, 16:00

Иғтибарынан айырмай

Беҙ ҙә “Юшатыр” гәзите аша үҙебеҙҙең рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе Свобода ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғоловҡа еткергебеҙ килә.

Беҙ ҙә “Юшатыр” гәзите аша үҙебеҙҙең рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе Свобода ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғоловҡа еткергебеҙ килә. Ул, беҙҙең ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй башлағандан бирле, Түкән ауылының юлдары һәр саҡ таҙартылып тора. Быға тиклем, ауылыбыҙҙың Фермерҙар (Шанхай) урамына ул тиклем иғтибар булмай торғайны. Юлдарҙы ваҡытында таҙартып торғандары өсөн Фәнис Мансур улына ҙур рәхмәт! Артабан да беҙҙе үҙ иғтибарынан айырмай, иҫән-һау эшләүен һәм уңыштар теләйбеҙ.

Түкән ауылының Фермерҙар (Шанхай) урамы халҡы исеменән Альмира ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА
Читайте нас: