Былай булыр тип көтмəгəйнем. Бер көндө йортома район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов, йəштəр комитетынан Татьяна Шорскина, ауылыбыҙ билəмəһе башлығы Рөстəм Вахитов һəм фотоға төшөрөп йөрөүсе бер егет килеп инделəр.
Юлай Талха улы Афғанда үлгəн улдарҙың əсəлəренең хəлен белеп йөрөй икəн. Минең балам да шул һуғышта, ҡайтырына саҡ ҡына ваҡыт ҡалғас, вафат булды... Мəртəбəле ҡунаҡтарҙың килеүе ҡапыл ғына булды, шуға ныҡ рухландым. Тулҡынланыуҙан, күҙҙəремдəге йəштəремде тыя алмайынса, хатта сəй ҙə эсегеҙ, тип əйтмəгəнмен. Һөйлəр һүҙҙəрем дə ҡалған. Шуға ла яратҡан “Юшатыр”ым аша минең улымды иҫкə алып, мине хөрмəтлəп килгəндəре өсөн етəкселəргə рəхмəттəремде еткерəм.