Заһир Иҫәнсурин, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисты, Өфө ҡалаһы:
- Беҙ тамашасыларыбыҙҙы һағынып килдек, Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы халҡы йыр-моңға ғашиҡ кешеләр менән дан тота, бына бөгөн Яҡшымбәт халҡына ла концерт күрһәттек. Беҙгә ижади һәм рухи яҡлап ҙур ярҙам күрһәткән «Искра» ауыл хужалығының рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, ул етәкләгән коллективына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.